Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

"Ауыз асыу"

Рамаҙан айы- мөбәрәк ай. Ошо айҙа кешеләр саҙаҡа биреүҙәрен арттыра, изгелек ҡылыуҙарын күбәйтә.

Аллаға шөкөр, хәҙер беҙҙең ауылда ла дингә халыҡтың ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Ҡорбан салыу, ҡорьән аштары үткәреү   электән үк бар ине, ә бына һуңғы йылдарҙа Рамаҙан айында Ураҙа тороусыларҙың һаны артыуы бигерәк тә ҡыуаныслы хәл.

Рамаҙан айында Ураҙа тотоусыларҙы Ифтарҙа һыйлау- оло сауаплы эш. Бөгөн, 8 апрель, ағинәйебеҙ Мухтарова Гүзәл Рифҡәт ҡыҙы үҙенең ҡоҙағыйын, күршеләрен ауыҙ асырға саҡырҙы.Һөйөклө пәйғәмбәребеҙ әйткән: "Кем ураҙа тотоусыны ифтарға саҡырып, уны ашатһа, ул ураҙа тотоусы һымаҡ сауап алыр. Ураҙа тотҡандың   да сауабы кәмемәҫ".Ә Гүзәл ағинәйҙең ҡунаҡтары ғына түгел, үҙе лә ураҙала.Үткәргән Ифтар аштары, тотҡан Ураҙаларыбыҙ үҙебеҙ гә сауап булып, уның изгелектәрен күрергә насип булһын!

auyz-asyu-u-muhtarovoj-g.r_.jpeg