Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

БСТ. Эсеүҙе ташлағың килһә, эшкә урынлаш.

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яулаған Түбәнге Ләмәҙҙә үҙенсәлекле акция иғлан ителгән. Урындағы эшҡыуар Илдар Хәлитов спиртлы эсемлектәр менән мауығыусыларҙы дәртләндереү сараһын уйлап тапҡан. Ул эсеүҙе ташлаған ир-аттарҙы эш урындары менән тәьмин итә. Ағас эшкәртеү предприятиеһы яҡшы хеҙмәт хаҡы алырға теләүсе уҙамандарға вакансиялар әҙерләгән. Буш ятҡан ир-аттар был идеяны ихлас күңелдән күтәреп алған.

Айыҡ тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән конкурс төпкөл ауылда йәшәүселәрҙе урынынан ҡуҙғатҡан. Кибеттәрҙә спиртлы эсемлектәр юғалғас, күптәрҙең тормошҡа ҡарашы ла үҙгәргән. Тир түгеп алынған аҡсаны бер кем дә хәҙер шешәгә алмаштырмай. Буйҙаҡтар ғаилә ҡороу маҡсаты менән янғанда ауылдың киләсәге лә буласаҡ, ти Түбәнге Ләмәҙҙә йәшәүселәр.

#нижниелемезы #лемезы #манагора #улукарамалы #иглинскийрайон