Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

Республика күләмендә барған “Айыҡ ауыл 2021” конкурсы сиктәрендә Ләмәҙ мәҙәниәт йортонда “Хуш киләһең, Рамазан!” - Мөнәжәт бәйгеһе үтте.

Республика күләмендә барған “Айыҡ ауыл 2021” конкурсы сиктәрендә Ләмәҙ мәҙәниәт йортонда “Хуш киләһең, Рамазан!”  - Мөнәжәт бәйгеһе үтте.

 Башҡортостандың Мөслимәләр союзының Иглин районы филиалы етәксеһе Нәзимә Хәлитова: “Мөнәжәт – яңғыҙлыҡтан үҙ-үҙең менән һөйләшеү, Аллаһы Тәғәләгә ялбарыу, ғәфү үтенеүен һораусы дини эстәлекле әҫәр. Уның төп сифаты – ул да булһа фажиғалелек (трагизм), был илау, һыҡталыуҙарҙан тыуа. Быуаттар аша килгән ҡайғы ауаздарын мөнәжәттәргә тапшырғандар. Унда юҡһыныу, ҡыҙғаныу хистәре, иҫтәлектәр... Туған ил тураһында, әсә менән бала, йәшәү менән үлем, дини эстәлекле, Туған илде һағыныу, яҡын туғандарҙан айырылыу, юғалтыуҙар үтә асы ҡайғы хистәре мөнәжәттәргә һеңеп ҡалған...” 

Бәйгелә ҡатнашыусыларға Нәзимә Мирғасим ҡыҙы иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
#Трезвоесело2021
#Айыкауыл2021
#Иглинскийрайон
#Иглинрайоны
#ИглиноРдк
#ЛемезинскийСдк
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Курултай
#Курултайбашкир
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы