Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

Түбәнге Ләмәз ауылында тап халыҡ-ара башҡорт теле көнө алдынан «Ижади майҙан” тип аталған район семинары үтте.

Түбәнге Ләмәз ауылында тап халыҡ-ара башҡорт теле көнө алдынан «Ижади майҙан” тип аталған район семинары үтте.

Район мәктәптәре Тарих һәм мәҙәни ҡомартҡылар йылы уңайынан ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторҙо. Унда халҡыбыҙҙың көнкүрештә ҡулланған әйберҙәре, мәҙәни ҡомартҡы өлгөләре урын алды.
Күргәҙмәләр араһында иң матуры, өлгөлөһө тип Иглин ауылының 5-се мәктәбе эше табылды.

"Тыуған тел-күңел көҙгөһө" тип аталған тасуры уҡыу бәйгеһе лә талантлы балаларҙың үҙенсәлекле номерҙарына бай булды.

Унан тыш майҙансыҡтарҙа эш гөрләп торҙо.
Гәүһәриә Айрат ҡыҙы Заманова милли бейеүҙәр буйынса мастер-класта сәхнә костюмдары, бейеү элементтары менән таныштырҙы. Уҡыусыларҙы башҡорт музыка ҡоралдары донъяһына Яҡупов Эдуард Рамил алып барҙы. Ҡурай, ҡубыҙҙа уйнап ишеттерҙе. Мәктәп театрҙары темаһына Район мәҙәниәт йорто режиссеры Һибатова Гөлшат Рәми ҡыҙы фекер тотто. Ғәлимйәнова Лилиә Наил ҡыҙы милли кейем тураһында интерактив дәрес үткәрҙе.

Ләмәз мәктәбендә эшләп килгән “Аманат” фольклор коллективы "Кейеҙ баҫыу" йолаһын күрһәтте. Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүеф Кәлимуллин йыл эйләнәһенә сараларҙа актив ҡатнашҡан уҡыусыларға, уҡытыусыларға рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Семинарҙа уҡытыусылар тәжрибә менән уртаҡлашып, рухи байып, киләсәккә ошондай уҡ осрашыуҙарҙы планлаштырып таралышты.