Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

Түбәнге Ләмәҙ ауылында “Иң айыҡ урам” бәйгеһе дауам итә.

Түбәнге Ләмәҙ ауылында “Иң айыҡ урам” бәйгеһе дауам итә.

Түбәнге Ләмәҙ ауылында “Иң айыҡ урам” бәйгеһе дауам итә.  Бөгөн Ветерандар урамы апайҙары Рәзинә Әфҡәт ҡыҙы йортонда йома сәйенә йыйылды. Улар үҙҙәре менән күстәнәскә тәмле ҡоймаҡтар, пирүктәр, бәрәместәр, ваҡ бәлештәр алып килгәндәр.

    Гөлгөнә Әксән ҡыҙы яҡынлашып килгән оло Рамаҙан айы, ураҙа тотоу тураһында күршеләргә бик кәрәкле мәғлүмәттәр әйтеп китте: ураҙа тотҡанда хәләл ризыҡтар ғына ашарға ярауын, күберәк һыу эсергә, күберәк йәшелсә, емештәр ашарға кәрәклеген. Әгәр ураҙа тоторға теләүсенең һаулығы насар булып тота алмай икән, ул көн һайын можтаж булған ураҙа тотоусыға 100 һум күләмендә йә аҡса, йә ризыҡ бирһә – ул үҙе ураҙа тотҡанға һанала.

Был урамда бөтә апайҙар ҙа оҫта ҡуллы – үҙҙәренең ҡул эштәрен алып килеп тәжрибәләре менән бүлештеләр. Улар араһында Ләйсән Наил ҡыҙы – беҙҙең ауылда йәшәгән ҡаты-ҡыҙҙар һорауы буйынса бик матур башҡорт халыҡ милли кейем элементтары – түшелдерек һәм кисеттәр тегә. Түшелдеректәрҙе тегер өсөн төрлөсә ваҡыт китә – йә берәүҙе тегер өсөн 1-2 көн, йә, киреһенсә – бер кистә 1-2 түшелдерек өлгөрә. Ул  түшелдерек күләменә, тәңкәләр һанына, биҙәүгестәргә ҡарап, семәрле таҫмалар ҡулланыуға бәйле.

Йома сәйенә саҡырған Рәзинә Әфҡәт ҡыҙы ла үҙенең ҡул эштәрен күһәтте, уларҙы нисек бәйләгәнен һөйләне. Хужабикәнең  ырғаҡ һәм энә менән бәйләгән бик матур ҡул эштәре күршеләрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.

Апайҙар үҙ урамдарының үҙенсәлеге итеп бергәләшеп бөтәһе лә “Француз яулыҡ”тары  һатып алып, йыйылыштарға, концерттарға, ҡунаҡтарға, мәсеткә барғанда бәйләп йөрөргә һөйләштеләр.

Бик күңелле һөйләшеп ултырғандан һуң күршеләр үҙҙәренең йыуасалары менән сәй эстеләр. Гөлгөнә Әксән ҡыҙы Ҡоръән уҡыны. Хужабикәгә бик күп рәхмәттәр эйтеп, йышыраҡ йома сәйеҙәрендә осрашырға  һөйләшеп таралыштылар.