Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

Фольклорные посиделки «Напрядем зимой-одеваемся весь год»

Фольклорные посиделки «Напрядем зимой-одеваемся весь год»

Республика күләмендә барған “Айыҡ ауыл 2021” бәйгеһе сиктәрендә Ләмәҙ мәҙәниәт йортонда “Ҡыш кистәре йөн иләйбеҙ, йыл буйына кейенәбеҙ” – кис ултырыу йолаһы үтте. Ағинәйҙәр тәүҙә һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе: “Һарыҡтың ите, йөнө, тиреһе – барыһы ла файҙалы. Борон йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, кейемдәр теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымды һарыҡ менән түләгән. Малдың тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Сайырлы һарыҡ йөнөн һыҙлаған быуындарға япҡандар, баш ауытҡанда мендәр эшләгәндәр”. Ағинәйҙәр күмәкләшеп йөн теттеләр, ҡайһылары йөн иләне, сиратылған йөндө йомғаҡҡа ураны. Бер-береһенә йомаҡтар ҡойоп, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтешеп, бергәләшеп “Сылбыр” уйынын да уйнап алдылар.

“Йола тотҡан хур булмаҫ”,-  ти халыҡ. Ысынлап та, милләтебеҙҙең рухи хазинаһын тәшкил иткән онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү, иң мөһиме, дөрөҫ уҙғарыу – мәҙәниәт йортонда үткән матур йоланың төп маҡсаты.