Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

"Кейеҙ баҫыу"

 "Кейеҙ баҫыу"

Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән эшләнгән әйберҙәр етештереү башҡорттарҙа боронғо шөғөл һанала. Күп быуаттар һуҙымында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Башҡорт ғүмере кейеҙҙә башланған һәм тамамланған, кеше кейеҙҙән яһалған кейем кейгән, атын кейеҙле ябыу менән япҡан, уны иҙәненә йәйгән. Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ баҫыу үҙенең боронғо ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан һәм халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған.
Быйылғы йыл "Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы" иғлан ителеүе уңайынан Рәсәй халыҡтарының, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау, телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау маҡсатынан Түбәнге Ләмәз мәктәбе уҡыусыларының "Аманат" фольклор төркөмө "Кейеҙ баҫыу" йолаһын сәхнәләштерҙе.
#МБОУСОШсНижниеЛемезы
#Трезвоесело2021
#Айыкауыл2021
#Иглинскийрайон
#Иглинрайоны
#Курултай
#Курултайбашкир
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир