Лемезинский сельсовет муниципального района
Иглинский район Республики Башкортостан

Ыуыҙ ҡоймағы (Блины из молозиво)

  Ыуыҙ ҡоймағы (Блины из молозиво)

Халҡыбыҙҙа “ыуыҙ ҡоймағы” тигән йола йәшәй. Хужалыҡтарҙа һыйырҙар иш, бол килтереп быҙаулай башланы ла инде. Ысынлап та, һөттән ниндәй генә ризыҡ әҙерләмәйбеҙ! Ҡаймағы ла, эремсеге лә, ҡатығы ла, ҡорото ла... Ағы барҙың – туғы бар,  тип бушҡа әйтмәйҙәр.

    Һыйыр быҙаулағас та ыуыҙҙан ҡоймаҡ ҡойоп, күрше-тирәне һыйлау – башҡорттарҙың борондан ҡалған йолаһы бөгөн дә йәшәй.

    Ыуыҙ һыйыр быҙаулағандың тәүге өс көнөндә генә була. Ул һөттән ныҡ айырыла. Төрлө витаминдарға бай. Ҡуйы, майлы, һарғылт төҫтә һәм әскелтем тәм бирә.

    Әсәй-өләсәйҙәребеҙ ыуыҙ ҡоймағына сәйгә йөрөшкәндәр. Шулай уҡ улар күрше-тирәгәыуыҙ һөтөн, ыуыҙҙан бешкән ҡоймаҡты ололарға хәйер итеп тәбиргәндәр  “Ағы ла үҙегеҙгә булһын, түле лә үҙегеҙгә булһын”, - тип әйтәләр. Йәғни, көткән малығыҙҙың һөтө-ҡаймағы ла, һыйырығыҙҙың алдағы тоҡомо ла ҡотло булһын, үҙегеҙгә яҙһын тигән тәрән мәғәнә бирелә. 

    Ыуыҙ ҡоймағын нисек әҙерләйҙәр?  Ҡоймаҡ өсөн бер литр ыуыҙ һөтөнә ярты балғалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе он алына. Бер аҙ һөт, йәки ҡайнаған һыу, бер аш ҡалағындай көнбағыш майы ҡушырға мөмкин. Юғиһә, ул ҡаты буласаҡ. Бөтәһен бергә һалып туҡыйбыҙ ҙа, ғәҙәттәгесә, ҡоймаҡ кеүек итеп ҡоябыҙ.

    Һәр хужабикә әҙерләгән ыуыҙ ҡоймағы телеңде йоторлоҡ тәмле була.